Версия для слабовидящих
logo
Зилимкарановская сельская модельная библиотека
МБУ «Отдел культуры» МР Гафурийский район РБ

Часы работы


ВТ-СБ: 09:00-17:20
Перерыв: 13:00-14:00
Выходной: ПН, ВС

Проект библиотеки Ялҡынлы йылдар хәтере -Память огненных лет

16.03.2023
Искужин Ғилметдин Мөхәмәт улы 1914 йылда Ибраһим ауылында тыуған. Үҫеп буй еткергәс, Ҡыҙыл армия сафына хеҙмәткә саҡырыла. Фин границаһына эләгә, финдәргә ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Күрше Еҙем-Ҡаран ауылы ҡыҙы Миңзәкирә Әхмәтйән ҡыҙына өйләнеп, балалар үҫтерәләр. Тик ҡапыл Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Барлыҡ ир-егеттәрҙе һуғышҡа саҡыралар. Ғилметдин ағай ҙа үҙенең бер туғаны Әхмәтдин менән бер көндө һуғышҡа алына. Һуғыш осоронда төрлө фронттарҙа ҡатнашырға тура килә уға. Ул үҙенең яуҙаштары менән һуғыштың аҙағынаса немец ғәскәрҙәрен тар-мар итәләр.
Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүҙән һуң, дошмандарҙы Японияла тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Яугир, кесе лейтенант Искужин Гилметдин Мөхәмәт улы 1946 йылда ғына ҡайта тыуған ауылына. Ҡатыны Миңзәкирә инәй менән артабан донъя көтөп, балалар тәрбиәләп, оло тормош юлына сығаралар. Хәрби заданиеларзы уңышлы башҡарғаны һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ғилметдин Мөхәмәт улы Ҡыҙыл йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Германия еңгән өсөн” һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Хеҙмәт юлын ауылда колхоз бухгалтеры, һуңынан сельпола бухгалтер эшенә бағышлай.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Искужин Гилметдин Мөхәмәт улы 1983 йылда 69 йәшендә вафат була.