Версия для слабовидящих
logo
Зилимкарановская сельская модельная библиотека
МБУ «Отдел культуры» МР Гафурийский район РБ

Часы работы


ВТ-СБ: 09:00-17:20
Перерыв: 13:00-14:00
Выходной: ПН, ВС

Оло Үтәш ауылында “Айыҡ ауыл 2022-2023” республика конкурсы сиктәрендә “Ауылым- ҡәлғәм минең” тип исемләнгән йомғаҡлау сараһы булып уҙҙы

20.03.2023
 17 март Оло Үтәш ауылында “Айыҡ ауыл 2022-2023” республика конкурсы сиктәрендә “Ауылым- ҡәлғәм минең” тип исемләнгән йомғаҡлау сараһы булып уҙҙы. Байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Республика “Ағинәй” ҡоро етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, шағир, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хисмәт Хәсән улы Юлдашев һәм уның тормош иптәше журналист, шағирә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева (Искәндәриә), Ханты-Мансы автономиялы округы- Югра башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, “Амикаро” профессиональ белем биреү уҡытыу-производство үҙәге өҫтәмә белем биреү шәхси учреждениеһы директоры , Ханты-Манси автономиялы округы- Югра хакимиәте эргәһендә милли мәсьәләләр буйынса коородинацион совет ағзаһы Ҡолмәнбәтов Рәүҙәт Абдулхаҡ улы, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайынын башҡарма комитеты рәйесе, Ғафури районы Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, Ғафури районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтованың  килеүҙәре байрамға йәм өҫтәне.